Күптән инде йондоҙ һанаған юҡ
Күптән инде айҙы күргән юҡ *****
Күптән инде үкһеп илаған юҡ,
Күптән инде шашып көлгән юҡ.
Нимә булды, дуҫтар, нимә булды,
Нимә булды миңә - белгән юҡ?
Күптән инде йылы ямғырҙарға
Ҡосаҡтарҙы йәйеп ингән юҡ.
Күптән инде йондоҙ һанаған юҡ,
Күптән инде айҙы күргән юҡ.
Күптән инде яҙғы күкрәүҙәрҙә
Ярға ятып усаҡ яҡҡан юҡ
Күптән инде, күптән юғалтҡан юҡ,
Күптән инде, күптән тапҡан юҡ.
Бурандарҙа күптән аҙашҡан юҡ,
Дауылдарға күптән тарыған юҡ
Күптән инде, күптән һарғайған юҡ,
Күптән инде япрак ярған юҡ.
Күптән инде янып ашыҡҡан юҡ
Мең үкенеп һуңға ҡалган юҡ.
Бер һоҡланып тыңлар дөрөҫлөк юҡ
Бер ышанып тыңлар ялған юҡ
Нимә булды, дуҫтар, нимә булды,
Нимә булды миңә - белгән юҡ? -
Күптән инде, күптән йәшәгән юҡ,
Күптән инде, күптән үлгән юҡ.
Күптән инде күҙҙәремде тултырып
Ҡараған юҡ донъя күҙенә.
Һүз тейҙермәм, тиеп йәшәй торғас,
Күҙ тейҙерҙемме әллә үҙемә?!
Ҡотҡарығыҙ мине, ҡотҡарығыҙ
Тик бер генә көнгә булһа ла!
Һеҙ аңларға тейеш минең хәлде -
Һеҙҙең дә бит хәлдәр шул сама...
автор Нияз Аҡмал