Поздравляю всех с праздником Победы! Помним наших отцов и дедов, воеваших на войне, наших матерей и бабушек, работавших тылу. ✨✨✨"Минең яугирем" флешмобына Әлфиә Шәрипова ҡушыла.
"Беҙҙең атайыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Еңеү ордены һәм күп орден-миҙалдар кавалеры, батыр командир Тәҡей Хәмит улы Ғилманов. Ул Ғафури районының Сәйетбаба ауылында 1911 йылдың 9 майында тыуған. Бөгөн ҡәҙерлебеҙҙең тыуыуына - 110 йыл.
Ул 1933 йылдан Совет Армияһында хеҙмәт итә. Фрунзе Хәрби Академияһын тамамлаған йәш офицер Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткәндә Халхин Голда һәм Хәсән күлендәге япондар менән бәрелештәрҙә ҡатнаша.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, көнбайыш фронтҡа частәре менән күсерелә. Яуҙа бер нисә тапҡыр яралана. Мәскәүҙә 1942 йылда госпиталдән сыҡҡас, Кремль эргәһендәге курстарҙа уҡығанда, атайым хәрбиҙәр менән аралашырға килгән Сталинды ла күрә.
Батальон командиры булған атайыбыҙ Будапешты азат иткәндә 1945 йылдың февралендә бик ҡаты яралана, аяҡһыҙ ҡала. Йыл ярым госпиталдәрҙә дауаланып тыуған яғына, һөйөклө ҡатыны һәм ҡыҙы янына әйләнеп ҡайта. Тыныс тормошта әсәйем менән ете бала тәрбиәләп үҫтереп, уларҙы юғары белемле итәләр. Беҙ бөтә балалары атай-әсәйебеҙ менән бик ғорурланабыҙ, тәрән хөрмәт итәбеҙ һәм рәхмәтлебеҙ.
#башкортостан #газетабашкортостан #парадпобеды #деньпобеды